Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГАББРО

ГАББРО (итальянса gabbro), һелте составлы магматик тау тоҡомо, базальттың интрузив аналогы. Һелтеле плагиоклаздан (50—60%), моноклин, ҡайһы ваҡыт ромбик пироксендан (40—50%),...

ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, берҙәм геол. структураға буйһонған тәбиғи газ ятыштары. Газ, газ һәм конденсат (ҡара: Газ конденсаты), газ һәм нефть, нефть һәм газ ятҡылыҡтарына бүленә....

ГАЛЕНИТ

ГАЛЕНИТ (латинсанан galena — ҡурғаш мәғдәне), ҡ у р ғ а ш я л т ы р а у ы ғ ы, сульфидтар класы минералы, PbS. Көмөш, баҡыр, цинк, висмут, тимер, мышаяҡ, һөрмә, молибден, һирәгерәк...

ГЕОДИНАМИКА

ГЕОДИНАМИКА (гео... һәм гр. dynamis — көс), геологияның ваҡыт һәм арауыҡта массаларҙың тәрәндәге һәм ер өҫтөндәге хәрәкәтен тыуҙырған ер ҡабығындағы, мантияһындағы һәм...

ГЕОЛОГИЯ

ГЕОЛОГИЯ (гео... һәм ...логия), Ер ҡабығының һәм Ерҙең составы, төҙөлөшө һәм үҫеш тарихы т‑дағы фәндәр комплексы. Хәҙ. Г. геодинамика, файҙалы ҡаҙылмалар Г., геохронология,...

ГЕОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ГЕОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, геология өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Г.б.б.б. юғары белем биреүҙең үҙ аллы тармағы булараҡ 19 б....

ГЕОЛОГИЯ-РАЗВЕДКА ЭШТӘРЕ

ГЕОЛОГИЯ-РАЗВЕДКА ЭШТӘРЕ, ер аҫтын геол. яҡтан өйрәнеү, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын асыу, уларҙы баһалау һәм үҙләштереүгә әҙерләү б‑са етештереү һәм ғилми‑тикшеренеү...

ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА СКВАЖИНАЛАРЫН ГЕОФИЗИК ӨЙРӘНЕҮ ИНСТИТУТЫ

ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА СКВАЖИНАЛАРЫН ГЕОФИЗИК ӨЙРӘНЕҮ ИНСТИТУТЫ, ғилми-производство предприятиеһы, АЙ. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1956 й. Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга-Урал...

ГЕОМОРФОЛОГИЯ

ГЕОМОРФОЛОГИЯ (гео..., гр. morphe‑... — форма һәм ...логия), Ер өҫтө рельефы т‑дағы фән. Рельефтың морфологияһын, генезисын, йәшен һәм хәҙ. динамикаһын өйрәнә. Дөйөм, төбәк,...

ГЕОТЕРМИЯ

ГЕОТЕРМИЯ (гео... һәм грекса thèrmē — йылылыҡ), геотермика, геофизиканың ер аҫты йылылыҡ торошон һәм йылылыҡ тарихын өйрәнә торған бүлеге. Эске йылылыҡ сығанаҡтары (ер...

ГЕОХРОНОЛОГИЯ

ГЕОХРОНОЛОГИЯ (гео..., гр. chronos – ваҡыт, ...логия), ер ҡабығын барлыҡҡа килтергән тау тоҡомдары формалашыуының хронологик эҙмә-эҙлелеген һәм йәшен өйрәнеүсе фән. Сағыштырма...

ГЕОЭКОЛОГИЯ

ГЕОЭКОЛОГИЯ (гео... һәм экология), локаль, төбәк һәм глобаль кимәлдәге геоҡабыҡ сиктәрендә тәбиғи һәм антропоген факторҙарҙың тәьҫире арҡаһында экология шарттарының...

ГЕРЦИН ЙЫЙЫРСЫҠЛЫҒЫ

ГЕРЦИН ЙЫЙЫРСЫҠЛЫҒЫ, варисция йыйырсыҡлығы, варис йыйырсыҡлығы, ер ҡабығының горизонталь ҡыҫылыуы менән бәйле булған һәм йыйырсыҡлы тау системаларын барлыҡҡа килтергән,...

ГЖЕЛЬ ЯРУСЫ

ГЖЕЛЬ ЯРУСЫ, карбондың өҫкө бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Ҡасим ярусында ята, әселе ярусы менән ҡапланған. С.Н.Никитин тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Гжель а. (Мәскәү өлкәһе)...

ГИДРОГЕОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ

ГИДРОГЕОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, ер аҫты һыуҙарының таралыу, ятыу һәм барлыҡҡа килеү шарттарының мөһим айырмалыҡтары буйынса ер ҡабығында бүленгән участкалар. Г.р. ваҡытында...

ГИДРОГЕОЛОГИЯ

ГИДРОГЕОЛОГИЯ (гидро… һәм геология), геологияның ер аҫты һыуҙарын, уларҙың физик үҙенсәлектәрен һәм химик составын, сығышын, таралыу һәм хәрәкәт итеү законлыҡтарын,...

ГИПС

ГИПС (грек теленән gypsos — аҡбур, эзбиз), 1) сульфаттар класы минералы, СаSO4·2H2O. Кристалдары табаҡлы, призматик. Агрегаттары бөртөклө, япраҡлы, радиаль-энәле; сүсле юлаҡтар;...

ГЛАУКОНИТ

ГЛАУКОНИТ (грекса glaukós — күкһел йәшел), гидрослюдалар төркөмө минералы, тимер алюмосиликаты, (K, Na, Са)(Fe3+, Mg, Fe2+, Al)2—[(Al, Si)Si3O10](OH)2•H2О. Составы буйынса селадонит (магнезиаль),...

ГЛАУКОФАН

ГЛАУКОФАН (грекса glaukḗs — күкһел йәшел һәм phanḗs — тойолған), һелтеле амфиболдар төркөмө минералы, Na2Mg3Al2 [Si8O22](OH)2. Кристалдары призматик, энәле. Агрегаттары нурлы, сүсле,...

ГНЕЙС

ГНЕЙС (нем. Gneis), метаморфик тау тоҡомо. Ялан шпаты, кварц, биотит, мөгөҙ обманкаһынан һ.б. тора. Тәүге тоҡомдарҙың сығышы буйынса ортогнейстар, парагнейстар, ҡара төҫтәге...