Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЛЕНИТ

Просмотров: 2631

ГАЛЕНИТ (латинсанан galena — ҡурғаш мәғдәне), ҡ у р ғ а ш я л т ы р а у ы ғ ы, сульфидтар класы минералы, PbS. Көмөш, баҡыр, цинк, висмут, тимер, мышаяҡ, һөрмә, молибден, һирәгерәк марганец, уран һ.б. ҡушылмаларҙан тора. Кристалдары куб, куб-октаэдр, октаэдр, һирәгерәк өс октаэдр, һөлдә рәүешендә. Агрегаттары бөртөклө, друзалар. Төҫө ҡурғаштай һоро, һорғолт ҡара һыҙыҡлы, металл ялтырауыҡлы. Ҡатылығы 2—3, тығыҙлығы 7400—7600 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Полиметалл мәғдәндәрҙә, пегматиттарҙа, скарналарҙа, вулканик бүленделәрҙә, ултырма тоҡомдарҙа була. Г. ҡурғаш алыу өсөн сеймал булып тора. БР‑ҙа күп булмаған миҡдарҙа баҡыр колчеданы ятҡылығы мәғдәндәрендә, баритлы, кварцлы юлаҡтарҙа, карбонат тоҡомдарында һәм 7—8%‑ҡа тиклем алтын-полиметалл мәғдәндәре ятҡылыҡтарында (Муртыҡты) осрай.

Г.Н.Пшеничный

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.11.2022