Список материалов
ПАРОДИЯ
ПАРОДИЯ ә ҙ ә б и ә т т ә, әҫәрҙән йәки авторҙан көлөү маҡсаты м‑н уны юмористик йәки сатирик юҫыҡта әйләндереү. П. танылырға тейеш. Художестволы ижадтың етешһеҙлектәренән...
ПАРОДОНТИТ
ПАРОДОНТИТ (гр. pará — эргәһендә, янында, тышында һәм odús, odóntos — теш), теш тамырын уратып алған тоташтырғыс туҡыманың һәм яңаҡтың альвеоляр үҫентеһе һөйәк туҡымаһының...
ПАРОНИМДАР
ПАРОНИМДАР (гр. paraЈ – эргәһендә, янында, тыш һәм оЈnyma — исем), морфема структураһы һәм яңғырашы б‑са яҡын, әммә мәғәнәләре б‑са айырылған бер тамырлы һүҙҙәр. Башҡорт...
ПАРОТИТ
ПАРОТИТ (гр. paraј — эргәһендә, янында, тышында һәм uјs — ҡолаҡ), эпидемик паротит, ҡабаҡҡолаҡ, киҫкен инфекцион ауырыу. Paramyxoviridae ғаиләһенә ҡараған РНК‑лы вирус тыуҙыра....
ПАРСА
ПАРСА (фарсы — өҙөк, өлөш), миниатюра, ҙур булмаған художестволы деталгә нигеҙләнеп төҙөлгән һәм композицион, тематик бөтөнлөк м‑н характерланған, күләме б‑са ҙур...
ПАРТИЗАН МУЗЕЙЫ
ПАРТИЗАН МУЗЕЙЫ, Мәләүез р‑ны Дарьино а. урынлашҡан (Партизан а/с ҡарай, исеме шунан алынған). 1987 й. йәмәғәтселек башланғысында ойошторола, 1994 й. алып Милли музей, 2002 й. —...
ПАРФЁНОВ Евгений Владимирович
ПАРФЁНОВ Евгений Владимирович (19.7.1975, Өфө), инженер‑электроник. БР ФА проф. (2016), техник ф. д‑ры (2012). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1997), 2000 й. алып шунда уҡ эшләй: 2002— 09 йй. халыҡ‑ара...
ПАРФЁНОВ Пётр Семёнович
ПАРФЁНОВ Пётр Семёнович, П ё т р А л т а й с к и й [29.6. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 31.5.) 1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Никольский а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 29.7.1937, Мәскәү], яҙыусы....
ПАРФЮМЕРИЯ-КОСМЕТИКА СӘНӘҒӘТЕ
ПАРФЮМЕРИЯ‑КОСМЕТИКА СӘНӘҒӘТЕ, парфюмерия‑косметика изделиелары, һабын, эфир майҙары, синтетик, ароматик матдәләр етеште‑ реү б‑са аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда...
ПАСОВ Николай Трофимович
ПАСОВ Николай Трофимович (6.12. 1914, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 8.6. 1978, Өфө), өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....
ПАСТУШЕНКО Валерий Михайлович
ПАСТУШЕНКО Валерий Михайлович (4.1.1928, Украина ССР‑ы Амвросиевка ҡсб — 23.6.2003, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1968), проф. (1988). СССР‑ҙың халыҡ хужалығын планлаштырыу отличнигы...
ПАСТУШЕНКО Евгений Валерьевич
ПАСТУШЕНКО Евгений Валерьевич (21.6.1950, Өфө — 20.12.2011, шунда уҡ), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (1985). В.М.Пастушенконың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Башҡ‑н...
ПАСХА
ПАСХА (гр. páscha), йәһүд һәм христиан байрамдарының береһе. Тәүҙә П. боронғо йәһүд ҡәбиләләренең байрамы була. Иудаизмда йәһүдтәрҙең Мысырҙан сығып китеүе хөрмәтенә билдәләнә,...
ПАТИЯ...
ПАТИЯ... (гр. paЈthos — ғазапланыу, ауырыу), ҡушма һүҙҙәрҙең ауырыуҙы, ғазапланыуҙы аңлатҡан өлөшө (мәҫ., аллелопатия, гомеопатия).
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
ПАТОЛОГИК АНАТОМИЯ
ПАТОЛОГИК АНАТОМИЯ, п а т о м о р ф о л о г и я, морфологик, башлыса микроскопик тикшереү ысулдары ярҙамында кеше һәм хайуандар организмының күҙәнәктәрендә һәм туҡымаларында...
ПАТОЛОГИК ФИЗИОЛОГИЯ
ПАТОЛОГИК ФИЗИОЛОГИЯ, кеше һәм хайуан организмында ауырыу билдәләре булған процестарҙың барлыҡҡа килеүе, барышы, аҙағы һәм компенсатор‑яраҡлашыу реакциялары законлыҡтарын...
ПАТРАКОВ Александр Фёдорович
ПАТРАКОВ Александр Фёдорович [3.7.1910, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Нөгөш а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 15.7.1943, Курск өлк. Степановка а.], сапёр, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы...
ПАТРИНИЯ
ПАТРИНИЯ (Patrinia), бесәй үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Көньяҡ‑Көнсығыш Азияла таралған. Башҡортостанда себер П. үҫә. Бесәй...
ПАУТОВА Елена Осиповна
ПАУТОВА Елена Осиповна (22.1.1986, Сочи ҡ.), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2004). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2005). Башҡортостан физик культура...
ПАУЭРЛИФТИНГ
ПАУЭРЛИФТИНГ (ингл. powerlifting), спорт төрө, көс талап итә торған өсбәйге, яурында штанга м‑н приседание эшләүҙе, эскәмйәлә ятып штанга күтәреүҙе, стан тартыуҙы (штанганы...

