Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГОРЮНОВ Иван Михайлович

ГОРЮНОВ Иван Михайлович (18.1.1952, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2007). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1974) ӨМЭЗ эргәһендәге тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроһында эшләй. 1978 й....

ГОСАЧИНСКАЯ Людмила Александровна

ГОСАЧИНСКАЯ Людмила Александровна (4.4.1949, Чита өлк. Борзя ҡсб), керамика оҫтаһы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1997). Юғары художество-сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү,...

ГОСПИТАЛДӘР

ГОСПИТАЛДӘР (лат. hospitalis — ҡунаҡсыл), яралы һәм ауырыу хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән дауалау учреждениелары....

ГОТМАН Альфред Леонидович

ГОТМАН Альфред Леонидович (2.10.1947, Томск ҡ.), инженер-төҙөүсе.  Техн. ф. д-ры (1995), проф. (2008). БР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1997), РФ-тың почётлы төҙөүсеһе (2007). ӨНИ-не тамамлаған (1976)....

ГОТМАН Наталья Залмановна

ГОТМАН Наталья Залмановна (19.6.1954, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1976) Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү...

ГОЦ Сергей Степанович

ГОЦ Сергей Степанович (9.3.1954, Бәләбәй ҡ.), радиофизик. Физика-матем. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (1984—88 йй....

ГОЭЛРО планы

ГОЭЛРО планы, 1920 й. Рәсәйҙе электрлаштырыу б‑са дәүләт комиссияһы (ГОЭЛРО; ВЦИК‑тың 1920 й. 3 февр. резолюцияһына ярашлы ил иҡтисадын электрлаштырыу һәм реконструкциялау...

ГӨБӘҘИӘ

ГӨБӘҘИӘ, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Ҡатлы эслек һалып, сөсө йәки әсе ҡамырҙан бешерелгән, өҫтө ябыҡ, бейек түңәрәк бәлеш. Эслек өсөн эремсек, дөгө, туралған...

ГӨБЛӘЛӘР

ГӨБЛӘЛӘР, үлән беттәре (Aphidoidea), тигеҙ томшоҡлолар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 4—20 мең төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың урта бүлкәтендә таралған....

ГӨБЛӨКӨСӨК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ГӨБЛӨКӨСӨК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 4 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 119 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1183 кеше; 1920 –...

ГӨЛӨК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ГӨЛӨК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 149 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 435 кеше;...

ГӨМБӘ, Асҡын р-нындағы ауыл

ГӨМБӘ, Асҡын р-нындағы ауыл, Ҡашҡа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 47 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 142 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы:...

ГӨРГӨРӨЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ГӨРГӨРӨЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 54 км алыҫлыҡта Мишеҙе й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында...

ГӨРӨЗДӘ

ГӨРӨЗДӘ, сей гөрөздә (Lactarius resimus), базидиомицеттар класының һарыҡ бәшмәге һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла таралған. Эшләпәһенең диам. 5—20 см, яҫы, аҡ, лайлалы,...

ГӨТБӨР, Яңауыл р-нындағы ауыл

ГӨТБӨР, Яңауыл р-нындағы ауыл, Байғужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнб. 11 км алыҫлыҡта Уръя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. –...

ГРАВИРАЗВЕДКА

ГРАВИРАЗВЕДКА, гравиметрик разведка, ер өҫтөндәге йәки уға яҡын ерҙәге тәбиғи ауырлыҡ ҡырын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Гравитация ҡыры т‑дағы...

ГРАДИЕНТ МАТЕРИАЛДАР

ГРАДИЕНТ МАТЕРИАЛДАР, структураһы һәм үҙенсәлектәре өҫкө йөҙөнән тәрәнгә маҡсатҡа йүнәлешле үҙгәртелгән материалдар. Материалдарҙа (ҡороста, металл иретмәләрендә...

ГРАЖДАНДАР ҺУҒЫШЫ

ГРАЖДАНДАР ҺУҒЫШЫ, 1917—22 йй. Рәсәйҙә була, башланыуына Беренсе донъя һуғышы һәм революция (1917) сәбәпсе була. Башҡортостанда Г.һ. үҙенсәлектәре Башҡорт милли хәрәкәтенең,...

ГРАЖДАНКИН Василий Филиппович

ГРАЖДАНКИН Василий Филиппович (9.5.1911, Мәскәү — 2004, Өфө), конструктор. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1971). Н.Э.Бауман ис. Мәскәү механика-машиналар эшләү ин‑тын...

ГРАЖДАНЛЫҠ

ГРАЖДАНЛЫҠ, физик шәхес м-н дәүләттең үҙ-ара хоҡуҡтар һәм бурыстар бергәлегендә сағылдырылған тотороҡло хоҡуҡи бәйләнеше. Г. эйә булыу – шәхестең закон тарафынан...