Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠОМ, тау тоҡомо

ҠОМ, минералдарҙың һәм тау тоҡомдарының йомро һәм ҡырлы бөртөктәренән торған көпшәк, ватыҡ ултырма тау тоҡомо. Составында балсыҡлы материал, слюдалар, карбонаттар,...

ҠЫРСЫНТАШЛЫҠ, тау тоҡомо

ҠЫРСЫНТАШЛЫҠ, эре киҫәкле кәүшәк ултырма тау тоҡомо. Аралары ҡомло йәки ҡомло‑ҡырсынлы материал менән тулған ҡырсынташтарҙан тора. Составы буйынса моно‑ (бер төрлө...

ЛАВСОНИТ, минерал

ЛАВСОНИТ (Лаусон фамилияһы буйынса), минерал, һыулы кальций алюмосиликаты, CaAl2[Si2O7](OH)2•H2O. Призма һәм пластинка рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Төҫө аҡтан алып...

ЛИМОНИТ

ЛИМОНИТ (грекса léimṓn — болон), көрән тимер мәғдәне, тимерҙең тәбиғи окси‑гидрооксидтарының дөйөм атамаһы. Гётит, гидрогётит, лепидо-крокит һәм гидрогематит ҡатышмаларынан...

ЛИСТВЕНИТ, тау тоҡомо

ЛИСТВЕНИТ, метасоматик тау тоҡомо. Карбонаттарҙан һәм кварцтан тора, составында пирит, хлорит, фуксит, гематит ҡушылмалары була. Структураһы гранобластлы йәки лепидогранобластлы,...

МЕРГЕЛЬ, тау тоҡомо

МЕРГЕЛЬ, ултырма тау тоҡомо. 50—70% карбонаттан (кальцит һәм доломит) һәм 25—50% балсыҡтан тора. Минераль составы буйынса эзбиз һәм доломит М. бүленә. Ҡушылмаларына ҡарап...

МИАСКИТ, тау тоҡомо

МИАСКИТ (Мейәс й. исеменән), һелте составлы интрузив магматик тау тоҡомо, нефелинлы сиениттың бер төрө. 70% калий‑натрийлы ялан шпатынан һәм плагиоклаздан, 20% нефелиндан...

НЕФРИТ, минерал

НЕФРИТ г е о л о г и я л а, минерал. Тремолит‑актинолит рәтенең амфиболдарынан тора. Агрегаттары нәҙек сүсле, микрокристаллы. Төҫө асыҡ йәшелдән ҡуйы йәшелгә тиклем....

ОМФАЦИТ, минерал

ОМФАЦИТ (гр. omphax — бешмәгән виноград), силикаттар класы минералы, пироксен, (Ca, Na)(Mg, Fe+2, Fe+3, Al)[Si2O6]. Моноклин сингонияһында кристаллана. Кристалдары радиаль‑нурлы. Агрегаттары...

ОНИКС

ОНИКС (гр. оnyx — тырнаҡ), 1) аҡыҡтың бер төрө. Башлыса ҡара һәм аҡ төҫтәге сиратлашҡан яҫы параллель ҡатлауҙарҙан тора. Төрҙәре: сардоникс — һоро һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙарҙың...

ОПОКА, тау тоҡомо

ОПОКА, ваҡ‑ваҡ күҙәнәкле ултырма тау тоҡомо. Балсыҡлы матдә, диатомейҙың, радиолярийҙың һәм саҡматашлы болот спикулаларының һөлдә өлөштәре, кварц, ялан шпаты, глауконит...

ПИРИТ

ПИРИТ (гр. pyrites), к ө к ө р т   к о л ч е д а н ы, т и м е р   к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, FeS2. Составына баҡыр, кобальт, никель һ.б. ҡушылмалар инә. Кристалдары куб...

ПИРОКСЕНДАР

ПИРОКСЕНДАР (гр. pýr — ут һәм xénos — сит), сылбырлы структуралы метасиликаттар класы минералдары. Дөйөм формулаһы W(X,Y)1+ +p(Z2O6), бында W — Ca, Na; X — Mg, Fe2+, Mn, Li, Ni; Y — Al, Fe3+, Cr, Ti;...

ПИРОФИЛЛИТ

ПИРОФИЛЛИТ (гр. pýr — ут һәм phýllon — япраҡ), икеләтә системаһыҙ структуралы ҡатлаулы силикаттар ярым класы минералы, Al2(OH)2[Si4O10], Al3+ өлөшләтә Fe2+, Mg2+ һ.б. м‑н алмашына. Моноклин...

ПИРРОТИН

ПИРРОТИН (гр. pyrrhotēs — ҡыҙғылт), м а г н и т  к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, Fe1‑xS. Сингонияһы тимер һәм көкөрт нисбәтенә бәйле гексагональ йәки моноклинлы,...

ПОРФИРИТ

ПОРФИРИТ, плагиоклаз, пироксен, мөгөҙ обманкаһы минералдарының эре бүленделәрен үҙ эсенә алған үтә ваҡ бөртөклө массанан торған порфир төҙөлөшөндәге һелтеле һәм урта...

РОДОНИТ

РОДОНИТ (гр. rhódon), о р л е ц, силикаттар класы минералы, CaMn4[Si5O15]. Составына 30—46% MnO, 4—6,5% CaO, 45—48% SiO2 һәм магний, тимер, цинк ҡушылмалары инә. Кристалдары пластинка формаһында....

САФ БАҠЫР

САФ БАҠЫР, саф элементтар класы минералы, Cu. Составында алтын, көмөш, тимер һ.б. ҡушылмалар бар. Куб һәм додекаэдр рәүешендә кристаллана. Агрегаттары епкә оҡшаш, тимерсыбыҡлы,...

САФ ТИМЕР

САФ ТИМЕР, саф элементтар класы минералы, Fe. Никель менән тәбиғи иретмәләр рәүешендә осрай. Составында баҡыр, кобальт, марганец, саф ағалтын ҡушылмалары бар. Табыу шарттарына...

ФЛЮОРИТ

ФЛЮОРИТ (лат. Fluorum — фтор), п л а в и к ш п а т ы, фторидтар класы минералы, CaF2. Составына ерҙә һирәк элементтар ҡушылмалары инә. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Айырым...