Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПРОФИЛЛЕ УҠЫТЫУ

ПРОФИЛЛЕ УҠЫТЫУ, өлкән класс уҡыусыларының проф. ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм ниәттәренә ярашлы, уҡытыу барышында айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеүҙе тәьмин иткән дифференциациялау...

ПРОФСОЮЗ КАДРҘАРЫНЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ

ПРОФСОЮЗ КАДРҘАРЫНЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ, өҫтәлмә проф. белем биргән мәғариф учреждениеһы. 1961 й. стационар проф. курстарбулараҡ асыла, 1990 й. алып уҡытыу-методик...

ПРОФСОЮЗ КИТАПХАНАЛАРЫ

ПРОФСОЮЗ КИТАПХАНАЛАРЫ, пр‑тиеларҙа йәки ведомстволарҙың мәҙәниәт һарайҙарында, йорттарында һәм клубтарында булған китапханаларҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостанда...

ПРОФСОЮЗДАР СПОРТ ЙӘМҒИӘТЕ

ПРОФСОЮЗДАР СПОРТ ЙӘМҒИӘТЕ, йәмәғәт ойошмаһы. 1987 й. “Буревестник”, “Водник”, “Зенит”, “Локомотив”, “Спартак”, “Хеҙмәт”, “Уңыш” ДСО‑лары нигеҙендә Бөтә Союз...

ПРОХОРОВ Михаил Владимирович

ПРОХОРОВ Михаил Владимирович [16.4.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны 1‑се Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 28.6.2012, Ухта ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

ПРОХОРОВКА ҠУРҒАНДАРЫ

ПРОХОРОВКА ҠУРҒАНДАРЫ, П р о х о р о в к а I, иртә Сармат (Прохоровка) мәҙәниәтенең (ҡара: Сармат мәҙәниәте) археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—2 бб. ҡарай. Ырымбур өлк. Шарлыҡ...

ПРОЦИОН

ПРОЦИОН, Бәләкәй Эттең α‑һы, аҡ карлик йондоҙ м‑н ҡуш һары гигант йондоҙ (11‑се йондоҙ дәүмәле). Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,34. Диаметры Ҡояштыҡынан 1,8 тапҡырға ҙурыраҡ....

ПРОЧУХАН Юрий Анатольевич

ПРОЧУХАН Юрий Анатольевич (17.8.1951, Люберцы ҡ. — 15.7.2019, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1989), проф. (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй: 1980 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р,...

ПРУЦКИХ Игорь Валерьевич

ПРУЦКИХ Игорь Валерьевич (19.5. 1972, Өфө), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1996). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге...

ПСАММОФИТТАР

ПСАММОФИТТАР (гр. psámmos — ҡом һәм ...фит), ҡомда үҫеүгә яраҡлашҡан үҫемлектәр. Башҡортостанда ҡомло тереклек итеү урындары тигеҙлек йылғалары үҙәне буйлап, Ағиҙел һәм...

ПСӘНЧИН Айбулат Вәли улы

ПСӘНЧИН Айбулат Вәли улы (12.2. 1967, Өфө), географ. Геогр. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011). В.Ш.Псәнчиндең улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1991) шунда уҡ эшләгән. 1994 й....

ПСӘНЧИН Вәли Шәғәли улы

ПСӘНЧИН Вәли Шәғәли улы [22.4. 1930, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны 1‑се Дәүләтҡол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 30.5.2013, Өфө], тел белгесе, педагог‑методист. Филол. ф. канд. (1965). БССР‑ҙың...

ПСӘНЧИН Юлай Вәли улы

ПСӘНЧИН Юлай Вәли улы (9.10. 1963, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2001), проф. (2009). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2013). В.Ш.Псәнчиндең улы. БДУ‑ны тамамлаған (1985). 1989—98 йй. һәм 2001 й....

ПСЕВДОНИМ

ПСЕВДОНИМ (гр. pséudos — ялған, уйҙырма һәм ónyma — исем), авторҙар, йышыраҡ яҙыусылар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ижадта үҙҙәренең ысын исемен алмаштырған уйҙырма исем, ҡултамға...

ПСИХИАТРИЯ

ПСИХИАТРИЯ (гр. psyché — йән һәм iatréia — дауалау), психик ҡаҡшауҙарҙың этиологияһын, патогенезын, клиникаһын һәм таралышын өйрәнгән, уларҙы диагностикалау, дауалау һәм...

ПСИХИАТРИЯ ДАУАХАНАҺЫ №1

ПСИХИАТРИЯ ДАУАХАНАҺЫ №1, респ. дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Халыҡҡа психиатрик, психотерапевтик һәм соц. ярҙам күрһәтеү, суд‑мед. экспертизаһы үткәреү б‑са...

ПСИХИК ҠАҠШАУҘАР

ПСИХИК ҠАҠШАУҘАР, психиканың ҡаҡшауына бәйле кеше ауырыуҙары. П.ҡ. эндоген (шизофрения, аффектив психоздар һ.б.), эндоген‑органик (эпилепсия, баш мейеһендәге дегенератив...

ПСИХО...

ПСИХО... (гр. рsychеЈ — күңел), ҡушма һүҙҙәрҙең психикаға мөнәсәбәтле булыуын күрһәткән өлөшө (мәҫ., психодиагностика, психология). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ПСИХОДИАГНОСТИКА

ПСИХОДИАГНОСТИКА (психо... һәм диагностика), психология өлкәһе, кешенең индивидуаль психологик үҙенсәлектәрен нормала һәм патологияла асыҡлау ысулдарын эшләү һәм...