Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТРЕЛЕЦТАР

СТРЕЛЕЦТАР, 16—17 бб. Рәсәйҙә ялланып эшләгән хеҙмәтле кешеләр категорияһы. Гарнизондарҙа хәрби хеҙмәт үтәгәндәр, уның өсөн хаҡ (аҡсалата, әйберләтә һәм ер бүлеме формаһында)...

СТРАХОВКАЛАУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ

СТРАХОВКАЛАУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, Башҡортостандың коммерция страховкалау ойошмаларының ирекле берләшмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Ассоциацияны төҙөү маҡсаты...

СТРАХОВКАЛАУ

СТРАХОВКАЛАУ, насар хәл килеп тыуған осраҡтарҙа страховкаланған шәхестәрҙең матди сығымдарын ҡаплау өсөн аҡса фондтары булдырыуға бәйле иҡт. эшмәкәрлек; һәр төрлө...

СТРАТИГРАФИЯ

СТРАТИГРАФИЯ (лат. stratum — ҡатлам һәм ...графия), геологияның ер ҡабығында геол. есемдәрҙең эҙмә‑эҙ формалашыуын һәм уларҙың киңлек һәм ваҡыт нисбәттәрен өйрәнеүсе бүлеге....

СТРАЛЕНБЕРГ Филипп Иоганн

СТРАЛЕНБЕРГ (Табберт) Филипп Иоганн (1676, Штральзунд ҡ., Померания — 1747), сәйәхәтсе, географ, этнограф. 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында ҡатнашыусы. Полтава һуғышы (1709) ваҡытында...

СТРАЖЕСКО Николай Дмитриевич

СТРАЖЕСКО Николай Дмитриевич (29.12.1876, Одесса ҡ. — 27.6.1952, Киев), терапевт. СССР ФА акад. (1943), СССР мед. ФА акад. (1944), Украина ССР‑ы ФА акад. (1934). Соц. Хеҙмәт Геройы (1947). Украина...

СТОЯНОВ Александр Васильевич

СТОЯНОВ Александр Васильевич (12.2.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шестопалов а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Шестопаловка а., — 19.6.1971, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында...

СТОМАТОЛОГИЯ

СТОМАТОЛОГИЯ (гр. stoma — ауыҙ, тишек һәм ...логия), тештәр, ауыҙ ҡыуышлығы, яңаҡтар һәм бит, муйын ситтәре ауырыуҙарын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү...

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич (22.2.1922, Бөгөлмә ҡ. — 21.3.1985, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). Б.В....

СТОЛЯРОВ Владимир Владимирович

СТОЛЯРОВ Владимир Владимирович (2.5.1946, Өфө), металдарҙы өйрәнеүсе физик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2004). Мәскәү инженер‑физика ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) Чепецк механика...

СТОЛЫПИН АГРАР РЕФОРМАҺЫ

СТОЛЫПИН АГРАР РЕФОРМАҺЫ, 1906—17 йй. Рәсәйҙә крәҫтиән ер биләүселеге реформаһы. Министрҙар советы рәйесе П.А.Столыпин инициативаһы м‑н община ер биләүселеген бөтөрөү,...

СТИРОЛ

СТИРОЛ, в и н и л  б е н з о л, ф е н и л  э т и л е н, С6Н5СН=СН2, полистирол мономеры. Стиракс составында, таш һәм һоро күмер ыҫмалаларында, органик берләшмәләрҙең, ш. иҫ. нефть...

СТИЛИСТИКА

СТИЛИСТИКА, әҙәби телдә, уның төрлө аралашыу шарттарында функциональ ҡатламдарға тарҡалыуына ярашлы, тел берәмектәре һәм категорияларының йәшәп килеүен йәки ҡулланыу...

СТЕФАН, архимандрит

СТЕФАН (донъяуи исеме Проценко Стефан Максимович; 2.8.1889, Харьков губ. Палеевка а. — 6.10.1960, Харьков ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә архиепискобы (1942—44). Митрополит (1959), архиепископ...

СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, циклопентанопергидрофенантрен сығарылмалары. Үҫемлек hәм хайуандар организмы составына инә (биосинтез күберәк ҡатмарлы төҙөлөшлө умырт ҡалыларҙа...

СТЕРИГМА

СТЕРИГМА (Sterigmostemum), әүернә һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. 9 төрө билдәле, Көнсығыш Европала, Көнбайыш һәм Урта Азияла, Көнбайыш Себерҙә таралған. Башҡортостанда...

СТЕРЕОХИМИЯ

СТЕРЕОХИМИЯ (гр. stereos — арауыҡлы һәм химия), молекулаларҙың арауыҡта төҙөлөшөн, уның физик һәм химик үҙенсәлектәренә йоғонтоһон өйрәнгән химия бүлеге. С. нигеҙендә...

СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР

СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР. С.п. макромолекулалары бер төрлө йәки законға ярашлы сиратлашҡан төрлө стереоизомерҙарҙан (ҡара: Полимерҙар стереоизомерияһы, Стереохимия)...

СТЕПНОЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

СТЕПНОЙ, Ҡ а р а һ ы у, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы:...

СТЕПНОЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

СТЕПНОЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Аҡа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнб. табан 88 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы:...