ЯҠУПОВ Радик Ғиззәт улы
ЯҠУПОВ Радик Ғиззәт улы [31.12. 1935, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Ибрай а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 22.2.2011, Өфө], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 100‑сө почта йәшнигенең Тәж.‑конструкторлыҡ бюроһында (1961 й. алып лаб. мөдире) эшләй. 1968 й. башлап Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда: проекттың баш инженеры, 1972 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р; 1973 й. алып ӨДАТУ‑ла (1984—89 йй. машина деталдәре һәм механизмдар теорияһы каф. мөдире), 2001 й. – Механика ин‑тында (2007 й. – баш ғилми хеҙм‑р). Фәнни эшмәкәрлеге деформацияланыусы ҡаты есем механикаһына, көплөктәрҙең аэрогидроһығылмалылығына арналған. Я. тарафынан йомшаҡ тупраҡтарҙа таралған шартлау тулҡыны тәьҫирендә ҡайталыусан һәм пластик материалдан эшләнгән ҡоролмаларҙың һәм конструкцияларҙың динамикаһы; станок‑качалка колоннаһы штангаларындағы тулҡын процестары һ.б. өйрәнелгән. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Динамика подземных сооружений под действием взрывной волны. Уфа, 1994; Динамика конструкций, взаимодействующих со средой. М., 1995 (авторҙ.); Термоупругие напряжения в соединениях и элементах конструкций. М., 1998 (авторҙ.).
С.Ф.Урманчеев
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

