Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЯҠТЫКҮЛ”, ләм һәм климат шифаханаһы

Просмотров: 441

“ЯҠТЫКҮЛ”, ләм һәм климат шифаханаһы. Әбйәлил р‑нында, Магнитогорск т. юл ст. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 42 км алыҫлыҡта Яҡтыкүл күле ярында урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑20°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 24°С). 1932 й. йәйге пионерҙар лагеры булараҡ асыла, 1937 й. алып Магнитогорск металлургия комб‑тының ял йорто, 1950 й. — “Банное” ял йорто, 1958 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2003 й. — ДУП. Терәк‑хәрәкәт, периферик нервы, енес‑бәүел системалары, аш һеңдереү, тын алыу ағзалары һ.б. ауырыуҙары булған пациенттар өсөн тәғәйен­ләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 209 койкаға иҫәпләнгән (2010). Төп дауалау факторҙары: климат, 1‑се күлдең минераль­ ләмдәре, ҡымыҙ. Бальнеотерапия, дауалау­ физ­культураһы, диетотерапия, ләм м‑н дауалау, массаж, физиотерапия, фито‑, спелеотерапия һ.б. ҡулланыла.

Ғ.С.Яппаров

Тәрж.­ Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019