ЯУЫМБАЙ, Бөрйән р‑нындағы ауыл
ЯУЫМБАЙ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 37 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 232 кеше; 1920 — 345; 1939 — 253; 1959 — 198; 1989 — 349; 2002 — 443; 2010 — 436 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Байназар урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.
Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы 2‑се Әбделмәмбәт а. (хәҙ. Әбделмәмбәт а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Яуымбай Ҡошйетәров исеме м‑н аталған. 1866 й. 27 йортта 165 кеше йәшәгән. 1900 й. ғибәҙәт йорто теркәлгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

