Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭСКЕ ЭШТӘР МИНИСТРЛЫҒЫ МУЗЕЙЫ

Просмотров: 767

ЭСКЕ ЭШТӘР МИНИСТРЛЫҒЫ МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1982 й. БР б‑са ЭЭМ‑дың Милиция музейы булараҡ ойошторола, 2011 й. алып БР б‑са ЭЭМ музейы. БР ҡалаларында һәм райондарында 79 филиалы бар (2013). Музей фондына 1,5 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 1905 й. башлап формалы кейем, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы атыу ҡоралы, миҙалдар, ордендар, почёт грамоталары, сувенирҙар, вымпелдар, кубоктар һ.б., инә. 5 залда урынлашҡан экспозиция респ. хоҡуҡ һаҡлау органдарының формалашыуы тарихына, уларҙың ил тормошоноң төрлө осорҙарындағы эшмәкәрлегенә арналған бүлектәрҙән тора, ш. уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙм‑рҙәрҙең хәтер залы һәм кино залы; башҡорт рәссамдары Р.С. Зәйнетдинов, Р.М. Нурмөхәмәтов, В.А.Позднов, Ф.Е.Трофимов, А.А. Штабель һ.б. эштәре ҡуйылған картиналар галереяһы бар. Музейҙа ветерандар м‑н осрашыуҙар, уҡыусылар һәм студенттар өсөн батырлыҡ дәрестәре һ.б. үткәрелә, йәш хеҙм‑рҙәрҙең анттары ҡабул ителә.

М.В.Бекасов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019