Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЭРВЕЛ МАРИЙ”

Просмотров: 435

“ЭРВЕЛ МАРИЙ” (“Көнсығыш мариҙар”), Башҡортостан мариҙарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү, республика халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында төҙөлгән йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. июлендә Мари республикаһы йәмғиәте булараҡ ойошторола, 1989 й. декабрендә алып БР “Марий Ушем” Мари йәмәғәт берекмәһе, 2004 й. башлап Башҡортостан Республикаһының Төбәк мари милли‑мәҙәни автономияһы. БР Халыҡтары ассамблеяһы, “Мер Канаш” Бөтә Мариҙар Советы, БР Фин‑уғыр халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы. Юғары идара итеү органы — конференция, 4 йылға 1 тапҡыр саҡырыла; конференциялар араһында ойошма эшенә идара етәкселек итә. Бөрө, Нефтекама, Өфө ҡҡ., Балтас, Бөрө, Дүртөйлө, Илеш, Краснокама, Ҡалтасы, Мишкә, Шаран, Яңауыл райондарында филиалдары һәм бүлексәләре бар. “Э.М.” Бөрө социаль‑педагогия академияһында һәм Благовещен педагогия колледжында мари теле һәм әҙәбиәте буйынса педагогик кадрҙар әҙерләүҙе ойоштороуға, мари мәҙәниәте классиктары ижадына арналған музейҙар асыуға һ.б. булышлыҡ итә. Ойошма ҡатнашлығында йыл һайын “Мурпеледыш” төбәк‑ара мари халыҡтары милли мәҙәниәте һәм сәнғәте фестивале, “Чолман йук” Мари эстрада йырҙарын йәш башҡарыусылар конкурсы, Мари мәҙәниәте көндәре һ.б. үткәрелә; 1‑се Бөтә Рәсәй мариҙары съезының (1917) 90 йыллығына арналған “Башҡортостан һәм Марий Эл: үҫеш һәм хеҙмәттәшлектең тарихи тәжрибәһе” Бөтә Рәсәй фәнни‑ғәмәли конференцияһы ойошторола (2007, икеһе лә — Бөрө ҡ.); “Чолман” республика гәзите сыға. Рәйестәре: Г.И.Ибулаев (1989 й. алып), Л.М.Ярмингина (1991 й. алып), В.Г.Вәлиуллин (1993 й. алып), П.И. Бикмурзин (1995 й. алып), В.Г.Ялаев (2020 й. алып).

 

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2022