Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘРОВ Хәсән Нурый улы

Просмотров: 726

ӘХМӘРОВ Хәсән Нурый улы (1866, Ырымбур ҡ. — ?), хәрби эшмәкәр. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Неплюев кадет корпусын, хәрби уч‑щены тамамлаған. ?—1917 йй. рус армияһында, полковник; 1919—20 йй. Ҡыҙыл Армияла. 49‑се Себер уҡсылар полкында ком. булып хеҙмәт итә. Башҡорт милли хәрәкәтендәҡатнаша. 1918 й. алып Үҫәргән кантонында Башҡорт хөкүмәте вәкиле. 1919 й. башлап Көнсығыш фронттың Көньяҡ армиялар төркөмөштабы ҡарамағында Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының хәрби эштәр б‑са вәкиле урынбаҫары, АСБР Хәрби эштәр б‑са ХК‑ның тәьминәт бүлеге нач. ярҙамсыһы. Июндән Бәләбәй ҡ. Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы частарын ойоштороуға етәкселек итә; авг. алып бригада ком., көҙөн Петроградты обороналауҙа һәм ген. Н.Н.Юденич етәкс. Төньяҡ‑Көнбайыш армияны ҡыйратыуҙа ҡатнаша. 1920 й. февр.—окт. Башҡорт респ. Запас ғәскәрҙәр идаралығы на­чальнигы. Башҡорт частарын ойоштороуға һәм фронтҡа оҙатыуға етәкселек итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Я р м у л л и н А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019