Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘЛЕТДИНОВ Фазылйән Фазлый улы

Просмотров: 702

ӘХМӘЛЕТДИНОВ Фазылйән Фазлый улы (15.4.1918, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Әхмәт а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Әхмәт а., — 29.4.1979, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Көнбайыш, Брянск, Балтик буйы, 2‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 11‑се гвардия армияһы 11‑се гвардия уҡсылар див. 9‑сы айырым гвардия разведка ротаһының разведка отделениеһы ком. өлкән сержант Ә. 1944 й. 13 июлендә Алитус ҡ. (Литва ССР‑ы) тирәһендә Неман й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) В.И.Чапаев ис. к‑зда, 1955—72 йй. Әхмәт урта мәктәбендә (икеһе лә — Кушнаренко р‑ны) эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: К а г а л ь н и ц к и й В. Бой на рассвете //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019