Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘҘИЕВ Вафа Исхаҡ улы

Просмотров: 756

ӘХМӘҘИЕВ Вафа Исхаҡ улы [5.8. 1937, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ғүмәр а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 20.10.1983, Өфө], шағир, әҙәбиәт белгесе.Филол. ф. канд. (1970). Яҙыусы­лар союзы ағзаһы (1976). БДУ‑ны тамамлаған (1966). 1970—83 йй. ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре. “Талпыныу” исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1968 й. сыға. “Күңелемдә — эйәрле ат” (1973) шиғырҙар йыйынтығында шағир тыуған еренә дан йырлай, үҙ замандаштарының фекерҙәрен һәм тойғоларын еткерә. Ә. шиғриәте тапҡырлығы, ихласлығы, хислелеге м‑н айырылып тора. Балалар өсөн яҙылған “Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ!” (1979) шиғырҙар китабында башҡорт фольклорының традицион формаларын ҡуллана. “Башҡорт әҙәбиәте тарихенән” (1975) китабына ингән “ХХ быуат башында башҡорт поэзияһы” монографик очеркында милли шиғриәттең формалашыу юлдарын тикшерә. Балалар әҙәбиәте т‑да күп кенә мә­ҡәләләр авторы. М.Я.Воловиктың “Ерәнсә сәсән” (“Сказание о Ерэнсе‑сэсэне”; 1981; башҡортса тәржемәһе 1983) әҫәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.

Х е ҙ м.: Һүҙ ҡәҙере: шиғырҙар. Өфө, 1983; Быуындар бәйләнеше: башҡорт әҙәбиәте тарихы һәм бөгөнгө әҙәби процесс хаҡында мәҡәләләр. Өфө, 1985; Заманалар аҡҡан һыу икән. Өфө, 2007.

Р.Т.Бикбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019