Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЫНЙЫЛАР”, бейеү ансамбле

Просмотров: 415

“ЫНЙЫЛАР”, Рәүфә Ғәлиева ис. Борай район мәҙәниәт йортоноң балалар бейеү ансамбле. 1981 й. ойошторола, 1988 й. “өлгөлө” исемен ала. Ансамбль составына 9—13 йәшлек 50‑нән ашыу кеше инә. Репертуарында башҡорт (“Гөлнәзирә”, “Ерән саптар”), сыуаш (“Яра‑пар”), татар (“Байрам бейеүе”, “Бала саҡ мәле”, “Уйна, гармун”), урыҫ, фин һ.б. халыҡ бейеүҙәре бар. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Ф.Ғәскәров ис. призға Төбәк‑ара халыҡ бейеүе ансамблдәре фестивале (1996, 1999), “Яңғырауыҡ үксә” респ. конкурс‑фестивале (2006), “Еңеү салюты” үҙешмәкәр сәнғәт ижады конкурсы (2010; бөтәһе лә — Өфө) лауреаты; “Йәйғор— Радуга” Респ. балалар ижады фестивале (Күгәрсен р‑ны Мораҡ а., 2009) һ.б. дипломанты. Художество етәкселәре һәм бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылары: БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ф.К.Минәзева (ойоштороусы), Р.Ш.Бәкеров, М.К.Ғән­дәлипова.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019