“ШӘПИ АҒАЙ”, журнал
312
“ШӘПИ АҒАЙ”, иллюстрациялы сатирик журнал. ВКП(б)‑ның Урал өлкә ком‑ты эргәһендәге татар‑башҡорт бюроһы органы. 1924–27 йй. Свердловск ҡ. айына 1 тапҡыр “Һабан һәм сүкеш” гәз. (татар телендә сыҡҡан; 1925 й. авг. тиклем “Коммунист” исемен йөрөткән) ҡушымта булараҡ татар телендә нәшер ителә. 26 һаны донъя күрә. Журнал биттәрендә буржуазияға ҡаршы сатирик мәҡәләләр баҫылған.
И.С.Иғдәүләтов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар:

