ШОМБАЙ
694
ШОМБАЙ, фольклор персонажы, башҡорт әкиәттәре геройы. Хәйләкәр, алдаҡсы кешенең дөйөмләштерелгән образы. Шул уҡ исемле әкиәттә Ш. — үҙен һармаҡ итеп күрһәткән шаян кеше: байға ҡатыны хеҙмәтсе итеп Ш. исемле кешене алмаҫҡа ҡуша, әммә Ш. ауылда бөтә үҫмерҙәр ҙә бер үк исем йөрөтә тип байҙы ышандырып, ҡатынының тыйыуын боҙорға мәжбүр итә; байҙың ҡатыны иренең алдында үҙенең хыянатын фашлаған ситуация тыуҙыра. Ш. т‑дағы әкиәт сюжеттарын файҙаланып, К.Мәргән “Шомбай” комедияһын яҙа. Персонаж күп халыҡтарҙың фольклорында билдәле.
Ә.М.Сөләймәнов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар:

