Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИШМӘ ШӘКӘР ЗАВОДЫ, ААЙ

Просмотров: 808

ШИШМӘ ШӘКӘР ЗАВОДЫ, ААЙ. Сөгөлдөр шәкәре, патока, ҡоро һығынты етештерә. Составына төп производство, механи­зация, автомобиль һәм т. юл транспорты цехтары, механика оҫтаханаһы, Завод эргәһендәге сөгөлдөр ҡабул итеү пункты инә. 2010 й. 473 кеше эшләгән; 19,5 мең т сөгөлдөр шәкәре, 4,3 — патока, 1,7 мең т ҡоро һығынты етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

1956 й. Шишмә сөгөлдөр базаһында (1952 й. асылған) ойошторола, 1958 й. алып әҙерләү бүлектәре эшләй, 1961 й. произ­водство корпусы төҙөлә башлай, 1971 й. тәүге продукция алына (1985 й. тиклем Аксёнов, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Завод эргәһе, Кушнаренко, Приют, Раевка, Туймазы сөгөлдөр ҡабул итеү пункттары булған; сөгөлдөр сәскән 13 адм. рай­онды хеҙмәтләндергән); 1996 й. хәҙ. статусын ала (сөгөлдөр сәскән 10 район), 2002 й. башлап «“Разгуляй” төркөмө» ААЙ‑ы (Мәскәү) составына инә. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр элеваторҙар ауыш сөгөлдөр транспортёрына алмаштырыла (1995). 1971—2009 йй. пр‑тие тарафынан 2177,1 мең т (ш. иҫ. шәкәр сеймалынан — 625,6 мең т) шәкәр етештерелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019