ШИШМӘ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл
737
ШИШМӘ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Солтанморат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Түрҫәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 341 кеше; 1959 — 174; 1989 — 116; 2002 — 99; 2010 — 96 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 1924 й. Стәрлетамаҡ кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Солтанморат а. кешеләре Шишмә ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 41 йортта 204 кеше теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.
М.Х.Сафин, М.С.Әминева
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар:

