Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДИЕВ Нәзир Закир улы

Просмотров: 1163

ӘБДИЕВ Нәзир Закир улы (10.7. 1934, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бүләкәй а. — 16.6.2009, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), йырсы (лирик‑драматик тенор). БАССР‑ҙың халыҡ (1990), атҡ. (1974) артисы. БАХИ‑ны (1961), Урал консерваторияһын (Свердловск ҡ., 1965; И.П. Семёнов класы) тамамлаған. 1956—58 йй. Башҡ‑н радиоһы хорының артисы, 1965—94 йй. БДОБТ солисы. Ә. көслө, матур тембрлы тауышы, артист темпераменты ватан һәм сит ил опера классикаһында сағыу образдар тыуҙырырға булышлыҡ итә. Төп партиялары: Аҡмырҙа (“Шәүрә”; дебют, 1965), Салауат Юлаев (З.Ғ.Исмәғилевтең ш. уҡ исемле операһы), Хозе (“Кармен”, Ж.Бизе), Дон Карлос (Дж.Вердиҙың ш. уҡ исемле операһы), Кенәз (“Һыу инәһе” — “Русалка”, А.С.Даргомыжский) һ.б. Зәйнулла (“Ағиҙел тулҡындары”), Юлтый (“Урал илселәре”), Айбулат (“Дауыл”), Ильяс (“Замандаштар”), Марк (“Торналар оса” — “Летят журавли”, А.А.Нестеров) партияларын тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында башҡорт композиторҙарының йырҙары һәм романстары, операларынан ариялар бар. А.Ф.Ведерников, С.Ф.Данилюк һ.б. м‑н сығыш яһаған. СССР буйлап гастролдәрҙә булған. Башҡорт шағирҙары шиғырҙарына 100‑ҙән ашыу йыр һәм романс авторы. Бөтә Рәсәй драма, муз. һәм балалар театрҙары спектаклдәре смотры [Өфө, 1967; Исмәғилевтең “Гөлзифа” (“Гульзифа”) операһында Зәйнулла партияһы], Бөтә Рәсәй муз. театрҙары спектаклдәре фестивале (Өфө, 1970; “Дауыл” операһында Айбулат партияһы) дипломанты.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019