Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДЕСӘЛӘМ РАМЗИН

Просмотров: 891

ӘБДЕСӘЛӘМ РАМЗИН (1737—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы Ишмән а. башҡорто. Һуғыш башында Себер губ. Омск ҡәлғәһендә сик хеҙмәтендә була. 1773 й. дек. алып Әбдей Абдуллов отряды составында Уҫы һәм Көңгөр янындағы алыштарҙа, 1774 й. майынан Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Уҫыны, Воткинск һәм Ижевск з‑дтарын (Ҡазан губернаһы) алыуҙа ҡатнаша. Йәй Ә.Р. отряды Бөрөтирәһендә һуғыша. Окт. аҙағында Ә.Р. ғәйебен танып килә. Ҡазан йәшерен комиссияһы тарафынан үлемгә хөкөм ителә, аҡлана һәм ҡамсы м‑н һуҡтырғандан һуң ғүмерлеккә гусар полкында хеҙмәт итергә ебәрелә.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019