Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ШАҺИБӘРӘК”, оҙон көй

Просмотров: 440

“ШАҺИБӘРӘК”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков 1894 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) Абдрахман Дәүләтовтан яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында “Бәрәков” исеме м‑н баҫтырып сығара. Артабанғы яҙмалар З.Ғ.Исмәғилев, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, Ғ.З.Сөләймәнов, Н.Д.Шоңҡаров, Х.Ф.Әхмәтов тарафынан тормошҡа ашырыла. Йыр фәлсәфәгә ҡоролған. Легенда б‑са йырҙа ялған аҡса яһаған өсөн Себергә һөргөнгә ебәрелгән Бикҡол а. (Әбйәлил р‑ны) кешеһе — рядовой һалдат Шаһи Бәрәков т‑да хикәйәләнә. Һөргөнгә ебәрер алдынан ул ауылдаштарынан уның т‑да йыр йырлауҙарын һорай, был йыр “Ш.” исемен ала. Икенсе версия б‑са, төп герой батшаның крайҙы колониялаштырыу сәйәсәтенә ҡаршы сығыш яһай, Себергә һөргөнгә ебәрелә, унан бер нисә тапҡыр ҡаса һәм Ирәндек һырты тирәһендә йәшеренеп йөрөй. Көй киң диапазонлы (дуодецима), бай орнаментика м‑н айырылып тора, боролошло көйҙәре бик күп. Йыр көйҙәге децимаға үрләгән хәрәкәттән башлана, һуңынан аҡрынлап тоникаға түбәнәйә барған хәрәкәткә күсә. Формаһы — 2 һөйләмдән торған пери­од, һуңғы һөйләм үҙгәртелгән ҡабатлауҙан ғибәрәт. Башҡарыусылар араһында Ф.Ә.Килдейәрова, М.А.Ҡаҙаҡбаев, А.А.Солтанов, В.Ғ.Хызыров, Ә.С.Шайморатова бар. “Ш.” М.М.Вәлиев балалар хоры һәм фп., скрипка һәм фп. өсөн, Исмәғилев тауыш һәм фп. өсөн эшкәртә. “Ш.” көйөн Вәлиев симфоник оркестр өсөн “Бейеү сюитаһы”нда файҙалана.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019