ШАТАЛОВ Юрий Сергеевич
ШАТАЛОВ Юрий Сергеевич (8.4. 1940, Бүрәт‑Монгол АССР‑ының Уакит ҡсб — 1.9.1999, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1981), проф. (1985). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1992). ӨАИ‑ны тамамлаған (1962), 1966—99 йй. (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй: 1983 й. алып йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙҙәре каф., 1987 й. — ғәмәли матем., 1991—98 йй. матем. каф. мөдире. 1972—83 йй. Тамбов химия машиналары эшләү ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре йылылыҡ‑масса алмаштырыу процестарының математик моделдәрен әҙерләүгә арналған. Ш. тарафынан функциональинтеграль тигеҙләмәләр һәм йылылыҡ үткәреүҙең кире мәсьәләләре өсөн интеграль ҡараштар теорияһы, газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксә‑ара каналдарындағы өс үлсәмле ағымдарҙы хисаплау алгоритмдары һәм программалары эшләнгән. Газ турбинаһының эш көрәктәрен газ‑шыйыҡлыҡ ярҙамында һыуытыу ысулын эшләүселәрҙең береһе. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Интегральные представления постоянных коэффициентов теплопереноса. Уфа, 1992; Функционально‑интегральные уравнения теплофизических характеристик. М., 1996.
С.Ю.Лукащук
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

