ҺӨЙӘРҒОЛОВ Муллайән Зыяитдин улы
ҺӨЙӘРҒОЛОВ Муллайән Зыяитдин улы (21.11.1934, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1986) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1984). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В. Бибиков, О.И.Пыжова курсы) БАДТ актёры.
Көслө характерлы комедия актёры. Һ. халыҡсан юмор хас, сәхнәлә үҙен ябай һәм тәбиғи тота. Төп ролдәре: Проня [Н.Ф.Погодиндың “Өсөнсө патетик” (“Третья патетическая”) пьесаһы б‑са “Ильич ғүмере” спектакле; дебют, 1959], Мөкәй (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Сәлим (“Башмағым”), Шәрифйән (“Тиле йәшлек”, И.Ә.Абдуллин) һ.б. Кире персонаж образдары фаш итеү көсө һәм кешелекле мәрхәмәт м‑н һуғарылған: Ябағаев (“Айгөл иле”), Хөснулла (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи), Бәҙретдин (“Көнләш, Америка, көнләш!”, С.Й.Латипов һәм Х.Ғ.Фәтихова). Терешко (“Трибунал”, А.Е.Макаёнок) образы психологик һәм соц. характеристикаларҙың тәрәнлеге һәм тулылығы м‑н айырылып тора. “Сарсау” (“Жажда”) к/ф (1960, Одесса к/ст) Мәмәт ролен уйнай, ш. уҡ “Салтанат” к/ф (1955, Фрунзе к/ст “Мосфильм” к/ст м‑н берлектә) төшә. Бөтә Рәсәй СССР халыҡтарының театр сәнғәте драматургияһы фестивале дипломанты (Мәскәү, 1972).
Әҙәб.: А т н а б а е в а З. Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. Өфө, 2008.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

