ЯҢЫ УРАЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл
812
ЯҢЫ УРАЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Отрада а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 416 кеше; 1959 — 318; 1989 — 193; 2002 — 220; 2010 — 232 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Урал а. (хәҙ. Иҫке Урал а.) кешеләре утар булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 19 йорт теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар:

