ЯҢЫ ҠАБАН ҠАЛАСЫҒЫ, археологик ҡомартҡыһы
ЯҢЫ ҠАБАН ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 5 б. — б.э. 3 б. археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Яңы Ҡабан а. эргәһендәге Ағиҙел й. иҫке үҙәне ярында урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асылған, 1969 й. А.Х.Пшеничнюк, 1971—72 йй. В.А.Иванов, 1982 й. В.С.Горбунов, 1982—83 йй. Г.Т.Обыдённова, 1991 й. М.Ф.Обыдённов тикшергән. 300 м2 ашыу ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡбүрәнәләр һәм соҡорҙар (тәрәнлеге 0,7—1,8 м, киңлеге 8 м) ярҙамында нығытылған 2 ур (бейеклеге 2—2,5 м, киңлеге 17 м) м‑н һаҡланған. Асыҡ усаҡтары һәм хужалыҡ соҡорҙары булған тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр табылған. Керамика Ананьин мәҙәниәте (муйыны тирәләй йәки ауыҙ ситтәре бәләкәй соҡорҙар йәки горизонталь бау эҙҙәре м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө туҫтаҡ рәүешендәге һауыттар), Пьяный Бор мәҙәниәтенең бер нисә (биҙәкһеҙ һәм ауыҙ ситтәре бәләкәй соҡорҙар м‑н биҙәлгән табаҡ һәм көршәк һымаҡ һауыттар), Бахмут мәҙәниәте (муйыны соҡорҙар һәм һырҙар м‑н биҙәлгән) һауыттарынан ғибәрәт. Эш ҡоралдары (орсоҡбаштар, һөйәк тишкестәр һәм уҡ башаҡтары өсөн әҙерләмәләр, иретеү һауыттары, орлоҡ онтау плиталары, таш ҡайраҡтар, гарпун), ҡорал (өс ҡырлы уҡ башаҡтары), биҙәүестәр (һөйәктән эшләнгән ваҡ‑төйәк әйберҙәр һәм ҡаптырма, бронза балдаҡ һәм һырға), хайуан һөйәктәре, көйгән бойҙай бөртөктәре табылған. Ҡомартҡы иртә тимер быуат осоронда Ағиҙел й. түбәнге ағымына фин‑уғыр ҡәбиләләренеңкилеп ултырыу процесын сағылдыра. Я.Ҡ.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Әҙәб.: Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986; О б ы д ё н н о в М.Ф., О б ы д ё н н о в а Г.Т. Археологические памятники Южного Приуралья эпохи железа (I тыс. до н.э. — I тыс. н.э.). Уфа, 1998.
Г.Т.Обыдённова, А.Х.Пшеничнюк
Тәрж. Д.К.Үзбәков

