Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БӘРҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 719

ЯҢЫ БӘРҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яңы Бәрҙәш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 45 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 107 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 108 кеше; 1939 — 155; 1959 — 219; 1989 — 262; 2002 — 280; 2010 — 309 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Абдулла а. кешеләре Сыхта пристане ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 2 йортта 2 кеше йәшәгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019