Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЧЕБУРАШКА”, ҡурсаҡ театры

Просмотров: 383

“ЧЕБУРАШКА”, “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайының ҡурсаҡ театры. 1963—2016 йй. эшләй. Салауат ҡ. урынлашҡан. 2-се урта мәктәптә “Петрушки” ҡурсаҡ түңәрәге булараҡ ойошторола, 1965 й. алып ҡурсаҡ театры, 1973 й. башлап “Ч.” ҡурсаҡ театры, 1977 й. “өлгөлө” исеме бирелә.

Тәүге постановкаһы — В.Н. Крамаренконың (ойоштороусы) “Батша улы Иван һәм Мәскәй әбей” (“Иван-Царевич и Баба-Яга”) спектакле. Коллектив составында 10—17 йәшлек 30-ға яҡын кеше була.

“Ч.” репертуарына В.В.Орлов м-н С.А.Когандың “Күңелле маскарад” (“Весёлый маскарад”), Орловтың “Алтын себеш” (“Золотой цыплёнок”), Когандың “Толомҡай, Төлкөкәй һәм Шырпыҡай” (“Косичка, Лисичка и Спичка”), Э.Н. Успенскийҙың “Чебурашка һәм уның дуҫтары” (“Чебурашка и его друзья”) спектаклдәре; иҫтәлекле даталарға арналған театрлаштырылған тамашалар [“Беренсе тапҡыр — беренсе класҡа” (“Первый раз — в первый класс”), “Көлкө көнө” (“День смеха”), “Балаларҙы яҡлау көнө” (“День защиты детей”)] һ.б. инә. Ролдәрҙе Салауат мәктәптәре уҡыусылары башҡара. Постановкаларҙы Крамаренко, БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре В.И.Кравченко әҙерләй; художестволы биҙәү м-н С.В.Бледных, Р.Ғ. Нагаев, Ю.М.Скорняков шөғөлләнә; муз. яҡтан А.А.Столяров биҙәй. “Яңы быуат таланттары” (“Таланты нового века”) Асыҡ дөйөм милли йәш таланттар фестиваль-конкурсы (Мәскәү, 2006), Бөтә Рәсәй балалар үҙешмәкәр йыр фестивале (Пенза ҡ., 2007), “Дуҫлыҡ күпере” 1-се асыҡ фестиваль-конкурсы (Стәрлетамаҡ ҡ.; Гран-при), “Кукляндия иленә сәйә­хәт” Респ. проф. булмаған ҡурсаҡ театрҙары һәм яһалма ҡурсаҡ фестивале (Ишембай ҡ.; икеһе лә — 2014) һ.б. лауреаты. Художество етәкселәре: Крамаренко (1963 й. алып), Кравченко (1983—2016).

А.Ш.Ғәлләмова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019