ЯҢЫ БЕРЁЗОВКА, Иглин р‑нындағы ауыл
661
ЯҢЫ БЕРЁЗОВКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 366 кеше; 1920 – 439; 1939 – 473; 1959 – 170; 1989 – 94; 2002 – 122; 2010 — 94 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).
Ауылға 19 б. уртаһында Өфөөйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Берёзовка/Иҫке Берёзовка а. алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 36 йортта 261 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Ивановка, Чумаковка, Ястребовка исемдәре м‑н билдәле булған. 1906 й. бакалея һәм шарап кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар:

