Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ, Б а й р а м ғ о л, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 718

ЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ, Б а й р а м ғ о л, Учалы р‑нындағы ауыл, Яңы Байрамғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 60 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 481 кеше; 1920 — 625; 1939 — 573; 1959 — 497; 1989 — 463; 2002 — 512; 2010 — 444 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Уральск урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 60‑сы йй. Нуғай даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Байрамғол исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 22 йортта 206 кеше йәшәгән, 1866 й. 82 йортта — 435 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Н.Һ. Аллаярова, Н.И. Бай­рамғолова, Г.Б. Вилданова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019