“ЯНАУЛЬСКИЕ ЗОРИ”, гәзит
“ЯНАУЛЬСКИЕ ЗОРИ” (“Яңауыл таңдары”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Яңауыл таңдары” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Яңауыл ҡ. аҙнаһына 4 тапҡыр урыҫ һәм татар телдәрендә сыға. 1931 й. майынан татар телендә “Октябрь юлы”, 1939 й. алып урыҫ телендә “Путь Октября” исеме м‑н нәшер ителә. 1962 й. башлап (1966 й. тиклем Нефтекама ҡ.) “Заря коммунизма” (“Коммунизм таңы”) исеме м‑н урыҫ, татар, мари (1965 й. тиклем), удмурт (1967 й. тиклем) телдәрендә сыға, 1990 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 2002 й. башлап ай һайын башҡорт телендә “Йыйын”, 2003 й. – урыҫ телендә “ЯЗорёнок” ҡушымтаһын сығара.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

