Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАЛЕТДИНОВ Шаһи Ямалетдин улы

Просмотров: 1483

ЯМАЛЕТДИНОВ Шаһи Ямалетдин улы [15.3.1914, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Шығай а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 28.5.1968, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1934 й. алып Шығай а/c секретары, 1938 й. башлап рәйесе. 1936—38 йй. һәм 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. окт. башлап Көньяҡ‑Көнбайыш һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се Украина фронты 7‑се механизацияланған корпусы 41‑се гвардия танк бригадаһының 2‑се танк батальоны орудие ком. гвардия старшинаһы Я. 1945 й. 18 апр. Брно ҡ. (Чехословакия) тирәһендә барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1946) Белорет р‑нында эшләй: Шығай а/c рәйесе, 1947 й. алып ер бүлеге мөдире, 1949 й. — Г.М. Маленков ис. к‑з рәйесе, 1953 й. — Шығай, Сосновка а/с рәйесе, 1960 й. башлап Шығай мәктәбе уҡытыусыһы. БАССР ЮС‑ының 2 саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1946). Тыуған ауылда Я. исеме м‑н урам аталған, Белорет ҡ. уға бюст ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019