ФӘХРЕТДИНОВ ҒАБДРАХМАН РИЗАИТДИН УЛЫ
ФӘХРЕТДИНОВ Ғабдрахман Ризаитдин улы [15.1.1887, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Кисеүсат а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) — 1936, Өфө], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Р.Ф.Фәхретдиновтың улы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Өфөлә мәҙрәсә тамамлаған. 1916—17 йй. рус армияһында. “Ваҡыт” гәз., “Шура” ж. редакцияларында эшләгән. Ырымбур губернаһы башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1917 й. дек. 3‑сө Бөтә башҡ. ойоштороу ҡоролтайы (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) рәйесе ярҙамсыһы. Кесе ҡоролтай ағзаһы. 1918 й. авг. алып Башҡорт хөкүмәтенең мәғлүмәт бүлеге мөдире, “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәз. мөхәррире. 1919 й. сент. башлап Башҡ. респ. соц. тәьминәт б‑са ХК‑ның коллегия ағзаһы, окт. — соц. тәьминәт б‑са халыҡ комиссары вазифаһын башҡарыусы, 1920 й. — АСБР‑ҙың Дәүләт нәшриәте мөдире. 1923—24 йй. БАССР‑ҙың Халыҡ комиссарҙары советында тәржемәсе була, һуңыраҡ “Башҡортостан” гәз. редакцияһында эшләй. Башҡорт теленә дәреслектәр, ғилми әҙәбиәт тәржемә итеү, башҡ. халҡының тарихы т‑да материалдар йыйыу һәм өйрәнеү м‑н шөғөлләнгән. “Башҡорт тарихы” китабы (1925) авторы. Репрессиялана (1936), 1956 й. аҡлана.
Х е ҙ м.: Башҡорт тарихы. Өфө, 1999.
Әҙәб.: Я р м у л л и н А.Ш. Ғабдрахман Фәхретдинов // Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.
А.Ш.Ярмуллин
Тәрж. Л.И.Имамбаева

