Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТУЙМАЗЫСТЕКЛО”

Просмотров: 319

“ТУЙМАЗЫСТЕКЛО”, ААЙ. Мед. быялаһынан изделиелар етештерә. РФ‑та НС‑1А маркалы нейтраль быяла етештергән берҙән‑бер пр-тие. Составына шихта әҙерләү; флакондар, быяла трубкаларҙан ампулалар эшләү; быяла ҡайнатыу, быяла массанан быяла трубкалар һәм флакондар эшләү цехтары; 9 ярҙамсы участка инә. 2009 й. 1656 кеше эшләгән; 617 млн һумға аптека һауыт‑һабаһы етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын сит илдәргә ебәрелә.

1953 й. ойошторола, 1959 й. Туймазы мед. быялаһы з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла (1972—2000 йй. СССР‑ҙың 50 йыллығы ис., 1985—90 йй. алып “Башбиофарм” ПБ составында), 1996 й. алып дәүләт пр‑тиеһы, 2000 й. — ДУП, 2001 й. — “Башҡортостан медицина быялаһы”, 2002 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019