“ТУЙМАЗЫ ФАРФОРЫ", предприятие
316
“ТУЙМАЗЫ ФАРФОРЫ”, фарфор изделиелар етештереү пр‑тиеһы. 1975 й. ойошторола, 1978 й. Туймазы фарфор з‑ды булараҡ эксплуатацияға тапшырыла, 1991 й. алып ҠП, 1993 й — “Т.ф.” производство‑сауҙа фирмаһы, 1996 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына масса әҙерләү, йоҡа ташлы изделиелар, форма ҡойоу, үртәү, рәсем яһау, капсель, юғары художестволы изделиелар эшләү цехтары ингән. 2003 й. 731 кеше эшләгән; 952 мең дана фарфор‑фаянс һауыт-һаба, 30 мең комплект сәй‑ҡәһүә сервизы етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатылған.
Р.М.Шафиҡова
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар:

