Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТУРҒАЙ"

Просмотров: 334

“ТУРҒАЙ”, Нефтекама ҡ. балалар сәнғәт мәктәбенең балалар музыка театры. 1977 й. Төҙөүселәр техника йорто эргәһендә ойошторола, 2002 й. алып хәҙ. статусын ала, 1985 й. башлап “өлгөлө” исемен йөрөтә. Тәүге постановкаһы — А.Н.Толстойҙың “Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары” (“Золотой ключик, или Приключения Буратино”) әкиәте мотивтары б‑са А.Л.Рыбниковтың “Буратино мажаралары” (“Приключения Буратино”). 1977—2009 йй. 40‑тан ашыу спектакль ҡуйыла: опералар [С.П.Баневичтың “Сыҙамлы ҡурғаш һалдат” (“Стойкий оловянный солдатик”), О. Малышеваның “Ҡырағай аҡҡоштар” (“Дикие лебеди”)], мюзиклдар [Г.И.Гладковтың “Бремен музыканттары” (“Бременские музыканты”) һәм “Ха‑ха‑ха, Хоттабыч”, В.С.Дашкевичтың “Пеппи — Оҙон ойоҡ” (“Пеппи — Длинный чулок”)], Ш.Перроның “Золушка” (А.Э.Спадавеккиа музыкаһы) һәм “Итекле бесәй” (“Кот в сапогах”; С.М.Соснин) әкиәттәре мотивтары б‑са, А.М.Волковтың — “Зөбәржәт ҡалаһы тылсымсыһы” (“Волшебник изумрудного города”; К. Титара), Х.К. Андерсендың — “Ҡар батшабикәһе” (“Снежная королева”; А.Ю.Морсин) һ.б. ш. уҡ исемле муз. спектаклдәр. Спектаклде ҡуйыусылар: Г.А. Кудряшова, Т.И.Кузнецова, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Л.Х.Йосопова (ойоштороусыһы һәм 1‑се художество етәксеһе), А.М.Яфаева; музыкаль етәксеһе Л.В. Щербакова; хореограф — Е.К.Закирова. Мәскәү балалар һәм мәктәп театр коллективтары хәйриә фестивале (2002), “Яңы быуат таланттары” (“Таланты нового века”; Мәскәү, 2008) Асыҡ дөйөм милли бөтә Рәсәй йәш таланттар фестиваль‑конкурсы, “Алтын тирмә — Золотая юрта” Респ. халыҡ театрҙары фестивале (Дүртөйлө ҡ., 2003; Гран‑при) лауреаты; “Театр яҙы. Сәнғәт — минең мөхәббәтем” (“Театральная весна. Искусство — любовь моя”; Мәскәү, 1996, 2003) балалар музыка коллективтары фестивале дипломанты.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019