“ТУРАТ САҒЫЛЫ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө
“ТУРАТ САҒЫЛЫ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. уртаһында А.С.Ключарёв яҙып ала, “Ҡурай өсөн 50 башҡорт халыҡ инструменталь пьесаһы һәм көйө” (“50 башкирских народных инструментальных пьес и наигрышей для курая”) ҡулъяҙма йыйынтығына индерелгән, варианттары Л.Н.Лебединский, Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында “Башҡорт халыҡ йырҙары” китабында баҫтырылған. Варианттарын К.М.Дияров, Ф.Х.Камаев, Р.С.Сөләймәнов яҙып ала. Марш характерындағы көй. “Т.с.” башҡарыр алдынан, бер нисә варианты булған легендаһы һөйләнелә. Ҡ.Аралбайҙың 1967 й. БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑нында М.Ильясов һәм С.Кәримовтан яҙып алған вариантында үҙенең яратҡан толпарын көнсөлдәр күҙенән нисек тә һаҡларға тырышҡан егет т‑да хикәйәләнә. Кәләше янына килгәс, ул арғымағын сағылда ҡалдыра, әммә толпар яман күҙҙәрҙән барыбер һәләк була. Иң яҡын дуҫына әйләнгән толпар өсөн ҡайғырған егет көй сығара һәм уны “Т.с.” тип атайҙар. Й.Гәрәй 1969 й. Хәйбулла р‑ны Иләс а. Т. Ҡунаҡҡасовтан яҙып алған вариантында егет ҡайтып барғанда һәләк була, был хәбәрҙе ишеткәс, кәләше һыуға ташланып үлә. “Т.с.” сюжетына тотемды сит ырыу вәкилдәренә күрһәтеүҙе тыйыу мотивы һәм яугир м‑н аттың бәйләнеше тығыҙ булыуына тәрән ышаныс идеяһы һалынған, хатта береһенең үлеүе мотлаҡ икенсеһен дә һәләкәткә килтереү ихтималына ишара яһала (ҡара: Ат культы). 2 өлөшлө вариация формаһындағы (ҡара: Вариациялар) инструменталь көй ҙур терция интервалындағы лад ячейкаһына нигеҙләнгән. Көй 2 һөйләмле периодтан тора, уларҙың һуңғыһы 7 баҫҡыстың үҙгәреүсән булыуы м‑н айырыла. Башҡарыусылар араһында А.М.Айытҡолов, С.Г.Бараков, Ю.И.Ғәйнетдинов, Дилмөхәмәтовтар, Дияров, С.Искәнйәров, Ғ.З.Сөләймәнов. Шулай уҡ “Т.с.” йыры булған, быны Й.Гәрәй яҙып алған шиғри текст раҫлай.
Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1980.
Л.Ҡ.Сәлмәнова
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

