Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМИЯҘ, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1124

УРМИЯҘ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Урмияҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 133 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 780 кеше; 1920 — 931; 1939 — 866; 1959 — 984; 1989 — 681; 2002 — 684; 2010 — 583 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Балыҡсы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Юрмияҙ исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 25 йортта 144 кеше йәшәгән, 1865 й. 66 йортта — 401 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019