Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАНАҪТЫ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 730

УРМАНАҪТЫ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Күкҡуян а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Яубазы й. башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 670 кеше; 1920 — 781; 1939 — 755; 1959 — 507; 1989 — 317; 2002 — 305; 2010 — 279 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1764 й. алып билдәле. 18 б. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр һәм мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 21 йортта 142 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 378 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ ат м‑н ярма ярғыс, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019