Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УРАЛ”, шифаханаһы

Просмотров: 296

“УРАЛ”, күп профилле балалар шифаханаһы. Учалы ҡ. урынлашҡан. Климаты континенталь, ғин. уртаса т‑ра —16°С, июлдә 16,5°С тәшкил итә. 2000 й. “Урал” колхоз‑ара шифахана‑профилакторийын (1987 й. төҙөлә) үҙгәртеп ҡороу юлы м‑н булдырыла. Йөрәк‑ҡан тамырҙары, бронхы‑үпкә, терәк‑хәрәкәт, аш һеңдереү системалары ауырыуҙары булған 7—14 йәштәге балаларҙы һауыҡтырыу һәм реабилитациялау өсөн тәғәйенләнгән. Йыл әйләнәһенә эшләй, 140 урынға иҫәпләнгән (2014). Төп дауалау факторҙары: ҡымыҙ, сапропель ләм, климат. Бальнеотерапия, галотерапия, диетотерапия, дауалау физкультураһы, рефлексотерапия, физиотерапия һ.б. ҡулланыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.:  Күп профилле “Урал” балалар шифаханаһы.

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019