Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАҘБАЕВ Насир Рафиҡ улы

Просмотров: 1018

УРАҘБАЕВ Насир Рафиҡ улы [3.4. 1902, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Үтәк а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 31.1.1981, Өфө], дәүләт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1962). Архангел сәнәғәт акад. тамамлаған (1939). 1919—29 йй. Стәрлетамаҡ кантонының Ҡарамыш улус башҡарма ком‑тында, Башкниготоргта, Шихан урмансылығында (икеһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.), Өфө кантонының Еҙем урман сәнәғәте хужалығында эшләй. 1930 й. алып һәм 1939 й. (баш инженер) “Южураллес” тресында (Өфө), 1933—35 йй. Бөрйән урман сәнәғәте хужалығында дир., 1940 й. башлап БАССР Урман сәнәғәте халыҡ комиссары урынбаҫары, 1941 й. — ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары, 1946 й. — БАССР МС‑ы рәйесе. 1951 й. алып СССР Урман һәм ҡағыҙ сәнәғәте министры урынбаҫары, 1953 й. — Урман сәнәғәте министрлығының урман сеймалы базаһы идаралығы нач. (икеһе лә — Мәскәү); 1955—62 йй. “Башлес” ағас әҙерләү комб‑ты нач. (Өфө). СССР ЮС‑ының 4‑се, РСФСР‑ҙың 2‑се, БАССР‑ҙың 3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин (1944, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1948) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә У. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, тыуған ауылында мәктәп уның исемен йөрөтә.

Тәрж.И.Ғ.Кәримова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019