Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЮГАЕВ Прокофий Фёдорович

Просмотров: 1209

ТЮГАЕВ Прокофий Фёдорович (6.10. 1931, Ульянов өлк. Кузоватово а. – 2.3.2011, Салауат ҡ.) инженер‑технолог. РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1991), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1988). ӨНИ‑не тамамлаған (1963). “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑нда эшләй: 1951—54 йй. өлкән оператор, катализаторҙар ф‑каһы смена нач., 1956 й. башлап өлкән оператор, ҡулайламалар нач., Яңы Ишембай НЭЗ‑ында цех нач. урынбаҫары, 1964 й. алып цех нач., 1966 й. — баш технолог, баш инженер, 1977—94 йй. ген. директор. Т. етәкс. этилен‑пропилен (ЭП‑300), бутил спирттары, аммиактың (АМ‑76) эре тоннажлы производстволары эксплуатацияға индерелгән; тәбиғәтте һаҡлау (ш. иҫ. таҙартыу ҡоролмаларының майҙанын киңәйтеү), соц.-мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешле (Мәләүез р‑ны Нөгөш а. “Тау һауаһы” шифахана‑профилакторийы һ.б.) объекттар төҙөләгән. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019