Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕДОРЦЕВ Игорь Васильевич

Просмотров: 689

ФЕДОРЦЕВ Игорь Васильевич (29.11.1929, Кичкасс ҡ. — 26.9.2018, Өфө), тау инженеры. Техник ф. канд. (1973), проф. (1994). РФ‑тың почётлы төҙөүсеһе (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлаған (1952). 1953 й. алып “Башвостокнефтеразведка” тресында: производство‑техник бүлек, 1955 й. — Ҡолтүбә быраулау контораһының нефтеразведка бүлеге нач. (Бөрө ҡ.). 1958 й. башлап Сәнәғәт төҙөлөшө ҒТИ‑нда лаб. мөдире. 1974—2016 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта: 1975—81 йй. архитектура‑төҙөлөш ф‑ты деканы, 1984—88 йй. – архитектура каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге төҙөлөш‑монтаж эштәре технологияларын камиллаштырыуға арналған. Ф. тарафынан тәрәнәйтелгән сәнәғәт объекттарын төҙөгәндә “батырмалы ҡоҙоҡтоң” технологик параметрҙарын хисаплау ысулдары, төҙөлөш‑монтаж процестарын ойоштороу б‑са тәҡдимдәр, ресурс һаҡлаусы технологияларҙы индергәндә башҡарылған эштәрҙең технологик регламенттары һәм схемалары эшләнгән. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Технология возведения наружных теплоэффективных стен жилищно-гражданских зданий. Уфа, 2005 (авторҙ.); Методы и технология монолитного бетона в зимних условиях. Уфа, 2006 (авторҙ.); Монолитный железобетон. Уфа, 2008 (авторҙ.).

М.М.Фәттәхов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019