Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТУЙМАЗЫТЕКС”

Просмотров: 274

“ТУЙМАЗЫТЕКС”, производство‑техник тәғәйенләнешле туҡылмаған һәм туҡылған материалдар етештергән пр‑тие. 1980 й. ойошторола, 1983 й. Туймазы туҡылмаған материалдар ф‑каһы булараҡ сафҡа индерелә, 1991 й. башлап ҠП, 1994 й. — “Т.” ЯАЙ, 2002 й. алып ААЙ, 2008 й. ябыла. Пр‑тиела тармаҡта тәүге тапҡыр юл ситтәрен, күпер таяуҙарының остарын нығыта торған, ландшафты йәшелләндереүҙә ҡулланылған “Геомат” каркас материалы эшләнә һәм етештереүгә индерелә (1998). Составына епле бәйләү, епһеҙ бәйләү, тегеү, биҙәү, ярҙамсы цехтары ингән. 2001 й. 194 кеше эшләгән; 16670 мең һумлыҡ туҡылмаған материал етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатылған. 2005 й. алып пр‑тие терр‑яһында “Туҡылмаған материалдар фабрикаһы” ЯСЙ урынлаша, ул шундай уҡ продукция етештерә.

Р.М.Шафиҡова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019