Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨРӨШТАМАҠ, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 657

ТӨРӨШТАМАҠ, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 58 км алыҫлыҡта Төрөш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 78 кеше; 1920 — 161; 1939 — 148; 1959 — 173; 1989 — 105; 2002 — 101; 2010 — 93 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә кенәз А.М.Йәнекәевтең (ҡара: Йәнекәевтәр) һәм уның ҡатыны А.Черкасскаяның алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1786 й. алып Төрөш булараҡ билдәле. 19 б. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә (гидронимдан алынған). 1865 й. 18 йортта 97 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән; ауыл эргәһендә Юнысов утары һәм немецтарҙың торамаһы булған. А.Х.Хәйруллин ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019