Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИРЛӘН, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1058

ТИРЛӘН, Белорет р‑нындағы ауыл, Тирлән а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Белорет т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Тирлән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Тирлән һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 6632 кеше; 1920 — 7218; 1939 — 11631; 1959 — 13962; 1989 — 8055; 2002 — 5747; 2010 — 4427 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Т. “Тирлән урман хужалығы” ДУП‑ы, 3 икмәкхана урынлашҡан; урта мәктәп, балалар сәнғәт мәктәбе, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, 2 китапхана, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 19 б. башында Тирлән заводы эргәһендә Тирлән быуаһы исемле торама булараҡ нигеҙ һалына. 1866 й. Т. (Берёзовкала) 520 йортта 3555 кеше йәшәгән. Игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. 1900 й. 6 мәктәп, 4 һыу тирмәне теркәлгән. Мәсет, пристань булған. 1928 й. алып ҡала тибындағы Тирлән ҡасабаһы Белорет ҡ. составына ингән. 50‑се йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ю.А.Болотин, Е.И.Губин, П.В.Кокин, И.В.Оглоблин, С.М.Полуэктов, В.Н.Шлёмов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019