“ТӘУАРИХИ БОЛҒАРИЙА”
“ТӘУАРИХИ БОЛҒАРИЙА” (“Болғар тарихы”), Волга буйы Болғары тарихына арналған тәуарих. Ташбилге тигән ерҙә Хисаметдин ибн Шәрәфетдин Мөслими тарафынан яҙылған. Ҡомартҡы инештән, 2 бүлектән һәм йомғаҡлауҙан тора. Инештә авторы, ваҡыты (1551—84; ғалимдар әҫәрҙе 18 б. аҙ. — 19 б. башына ҡарай тип билдәләй) һәм яҙылыу урыны күрһәтелгән. 1‑се бүлек (“Донъя яралыуҙың ғәжәптәре тураһында мәҡәлә”) ваҡыт категорияларын аңлатыуға, Ерҙең географияһын һәм космографияны һүрәтләүгә арналған; Көньяҡ Урал географияһы б‑са мәғлүмәттәр бирелгән бер нисә бүлектән тора. 2‑се бүлектең башында (“Икенсе мә .әлә — ислам юлынан барған ир‑егеттәр һәм ҡатын‑кыҙҙар тураһында”) болғарҙарҙың исламды ҡабул итеүе т‑да легенда бирелә; һуңынан 5 бүлектә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең эшен дауам итеүселәр т‑да мәғлүмәттәр килтерелә. Бында автор ырыу‑ҡәбилә яҙмаларына, ш. иҫ. башҡ. шәжәрәләренә, таяна. Йомғаҡлау Аҡһаҡ Тимерҙең тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған. “Т.Б.” хикәйәләү дини йөкмәткеле легендалар һәм мифтар м‑н нығытыла. Әҫәр тәүге тапҡыр 1870 й. Ҡазанда баҫылып сыға. БР һәм ТР терр‑яһында табылған әҫәрҙең күсермәләре (50‑нән ашыу) РФА Көнсығыш ҡулъяҙмалары ин‑тының төрки ҡулъяҙмалары фондында (С.‑Петербург), С.‑Петербург ун‑тының Көнсығыш бүлегенең Ғилми китапханаһында, Ҡазан ун‑тының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегенең Шәреҡ секторында, ТР ФА‑ның Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов ис. Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт ин‑тының архивында, Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә, Ғилми китапханала һаҡлана.
12 б. Яҡуп ибн Ноғман тарафынан шул уҡ исемле китап яҙылғаны билдәле (һаҡланмаған). 18—19 бб. башҡ. яҙыусылары Ғ.Соҡорой һәм Т.Ялсығол шул уҡ исемле әҫәрҙәр ижад иткән.
Әҙәб.: Н а д е р г у л о в М.Х. Историко-функциональные жанры башкирской литературы. Уфа, 2002.
М.Х.Нәҙерғолов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

