Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘМҪИЛ

Просмотров: 877

ТӘМҪИЛ (ғәр.), йыш ҡына аллегорияға ҡоролған ҡыҫҡа шиғри хикәйә. Хайуан, предмет, абстракт төшөнсәләр (яҡшылыҡ, яуызлыҡ, ялҡаулыҡ һ.б.) ҡатнашыусылар булып сығыш яһай. Т. нигеҙендә ысынбарлыҡта булып үткән реаль күренештәр һәм ваҡиғалар булырға мөмкин. Мәҫәлдән айырмалы рәүештә, унда мораль булыуы мотлаҡ түгел. Башҡорт әҙәбиәтендә Ш.Бабичтың “Выждан менән Нәфсе” (1912), “Бер тәмҫил” (1916), “Тәмҫил киҫәге” (1917), С.Ә.Исмәғилевтең “Бәхет‑ҡыҙ тураһында һүҙ” (1940) Т. билдәле.

З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019