Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТЕПЛОМОНТАЖ”

Просмотров: 291

“ТЕПЛОМОНТАЖ” Б а ш ҡ о р т о с т а н ф и л и а л ы, сәнәғәттәге мейес торбалары етештереү, тәьмин итеү һәм монтажлау пр‑тиеһы. Өфөлә урынлашҡан. Составына арматура һәм металл конструкциялар участкалары, һауа өрҙөрөп тултырыу узелы инә. 2009 й. 88 кеше эшләгән; 3 йыйылма тимер‑бетон мейес торбалары етештерелгән (күләме 248,7 м3). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1961 й. “Т.” тресының Өфө монтаж идаралығы базаһында мейес һәм мейес торбаларының эре элементтарын эшләү участкаһы булараҡ ойошторола, 1970 й. алып Өфө индустриаль торбалар эшләү тәж. з‑ды, 1991 й. — “Т.” АЙ филиалы, 1993 й. башлап “Т.” АЙ‑ның Башҡ‑н филиалы — Производство базаһы, 2002 й. апр. алып “Т.” ЯАЙ‑ның Башҡ‑н филиалы, нояб. башлап “Баштепломонтаж” ЯАЙ. Пр‑тие “Ләлә‑Тюльпан” мәсетенең манараларын; Хәрби дан музейын, “Башнефтехим”, “Полиэф”, Өфө нефть эшкәртеү з‑ды һ.б. пр‑тиеларҙың сәнәғәт объекттарын төҙөүҙә ҡатнаша.

Тәрж. . Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019